Йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың (1826-1895) тыуған көнө хөрмәтенә 14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле көнө билдәләнә. 2019 йылдан билдәләнгән был байрам Башҡортостан Республикаһының рус теле менән бер рәттән дәүләт теле булып торған башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә йүнәлтелгән.
Был көндө мәктәптәрҙә, музейҙарҙа, китапханаларҙа телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән бик күп саралар үткәрелә: концерттар, күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр, дәрестәр һәм флешмобтар.
Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең башҡорт теле уҡытыусылары ла Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушыла. Улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын тәҡдим итә.
День башкирского языка отмечается ежегодно 14 декабря в Республике Башкортостан в честь дня рождения великого башкирского поэта-просветителя Мифтахетдина Акмуллы (1826-1895). Этот праздник, установленный в 2019 году, призван сохранять и развивать башкирский язык, который является государственным языком РБ наравне с русским. В этот день проходят многочисленные мероприятия: концерты, выставки, литературные вечера, уроки и флешмобы в школах, музеях, библиотеках и филармониях республики, направленные на популяризацию языка.
Учителя башкирского языка ГБОУ РЦДО присоединяются к флешмоуб ко Дню башкирского языка. Они прочитали стиховторение Народного поэта Башкортостана Рами Гарипова «Родной язык».
https://vk.com/video-155634394_456239256